Йәмғиәт
9 Июнь 2021, 11:15

Мәғлүмәттәрҙең ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ

Был һәммәбеҙ өсөн кәрәкле, бай йөкмәткеле, тарихи йәһәттән ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ баҫмала 2700 биографик белешмә тупланған.

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең исем туйы бара. Был үҙенсәлекле сара Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Ҡырмыҫҡалы районындағы һәр ауылда тиерлек данлыҡлы яҡташтары Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелгән урам бар. Шайморатов ауылындағы мәктәп тә уның исемен йөрөтә. Элек “Шайморатов” колхозы булһа, хәҙер ул хужалыҡ “Шайморатов” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип атала. Бынан тыш, Рәсәй Геройы иҫтәлегенә республика кимәлендә волейбол турниры, көрәш кеүек спорт саралары үткәрелә. Тағы шуныһы һөйөнөслө: 2015 йылда тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылды.
“Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең презентацияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәте, Хәрби Дан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙары вәкилдәре, Нуриман, Йәрмәкәй, Илеш, Белорет, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Ишембай райондарынан, Өфө, Сибай, Учалы, Октябрьский ҡалаларынан делегациялар ҡатнаша. “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең презентацияһына яугирҙәрҙең яҡындары – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре һәм “Шайморатов вариҫтары” проектында әүҙем ҡатнашҡан, ҡаһармандарҙың исемен мәңгеләштереүгә өлөш индергән кешеләр саҡырылғайны. Сараға килгәндәр ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музейҙы ла ҡараны.
Был һәммәбеҙ өсөн кәрәкле, бай йөкмәткеле, тарихи йәһәттән ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ баҫмала 2700 биографик белешмә тупланған. Был мәғлүмәт “Шайморатов вариҫтары” проекты тарафынан ойошторолған. Әйткәндәй, ул халыҡ араһында киң танылыу яулағайны, башҡорт атлылары тураһында мәғлүмәт менән бик күп хаттар килгән. Был китапты туплауҙа республика музейҙары, Башҡортостан хәрби комиссариаты, Архив эштәре идаралығы, Милли архив һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре тос өлөш индергән. Ошо проект барышында 3800-ҙән ашыу яугир тураһында мәғлүмәт тупланған, улар "Башҡортостан энциклопедияһы”на тапшырылған. Исемлек аныҡланғандан һуң тороп ҡалған 2700 башҡорт атлыһы тураһында мәғлүмәт китапҡа ингән. Меңгә яҡын исем-шәриф уларҙың тап 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеүе тураһында мәғлүмәттәрҙең раҫланмауы сәбәпле әлегә индерелмәгән.
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас