Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең исем туйын күптәр, бигерәк тә Тыуған иленең, халҡының тыныслығы өсөн үҙен аямай һуғышҡан шайморатовсыларҙың вариҫтары көтөп алды.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм башҡалар ҡатнашты.
"Барығыҙҙы ла арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған ерендә сәләмләүемә шатмын, - тине Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров. – Бөгөн ентекле, әллә күпме көс һалынған хеҙмәттең исем туйын үткәрәбеҙ. Районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәре лә был баҫманың донъя күреүенә тос өлөш индерҙе. Бер кешенең хәтере ҡыҫҡа, ә халыҡтыҡы – оҙон. Шайморатовсыларҙың ҡаһарманлығы халыҡ йөрәгендә йәшәй".
“Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең бүлек мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Азат Ярмуллин ошо проект барышында яугир-шайморатовсылар тураһында мәғлүмәттең нисек тупланыуы, уларҙың "Башҡортостан энциклопедияһы”на тапшырылыуы һәм башҡалар хаҡында һөйләне.
“Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең исем туйына яугирҙәрҙең яҡындары – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре саҡырылғайны. Улар араһында Октябрьский ҡалаһынан Зөлфиә Сафиуллина ла бар ине. Уның әсәһенең атаһы, олатаһы Вәлиулла Заһит улы Һибәтуллиндың яҙмышы ла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән бәйле, ул яу йылдарында инструктор булған.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.