Йәмғиәт
10 Июнь 2021, 17:00

Фажиғә булған ауылға юл түшәлде

Яңы Мөслимдә 30 майҙа арбала байрамға китеп барған кешеләрҙе автомобиль бәрҙергәйне. Әле хәбәр итеүҙәренсә...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәсетле районына эш сәфәре менән барғанда Яңы Мөслим халҡының юлдарҙың насарлығы тураһында зарын ишеткәс, “Башкиравтодор” йәмғиәте генераль директоры Илдар Юлановҡа 12 июнгә тиклем ауылға ингән юлды һәм үҙәк урамды ремонтларға ҡушҡайны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 майҙа бында арбала китеп барған кешеләрҙе автомобиль бәрҙергәйне. Урындағы һәүәҫкәрҙәр Кәкүк сәйе байрамына юлланған булған.
Үҙәк урамды ремонтлау ауыл халҡы өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булған. Республика Башлығы килеп ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эш башлаған. Тәү сиратта 1250 метр оҙонлоғондағы һәм алты метр киңлегендәге асфальт-бетон юлдың ҡатламы яңыртылған. Унан юл ситтәренә ҡырсынташ түшәгәндәр, автомобилдәр тиҙлекте арттырмаһын өсөн яһалма тигеҙһеҙлектәр эшләгәндәр, билдәләр ҡуйғандар. Шулай уҡ ауылға ингән ерҙәге күперҙән алып Балаҡатай районы сигенә тиклемге алты саҡрым юлға горизонталь юл һыҙаттары һалынған.
"Алдан соҡорҙарҙы ямап сыҡтыҡ. Өҫтәп, тиҙлек режимын күҙәтеү өсөн өс яһалма тигеҙһеҙлек һалдыҡ һәм тейешле билдәләр ҡуйҙыҡ", – ти Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Вадим Әсләмов.
“Бөгөн Яңы Мөслим ауылына ингән урынға һәм үҙәк урамға асфальт түшәүҙе тамамланыҡ. Егеттәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур күләмле эште атҡарып сыҡты. Яңы Мөслим халҡы бик шат, – ти Оло Ыҡтамаҡ ауылы биләмәһе депутаты Сәлимйән Хәкимов. – Яңы Мөслим халҡы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт белдерә, уға эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер теләй".
Автор фотоһы.
Читайте нас