Йәмғиәт
10 Июнь 2021, 04:00

Газ хеҙмәткәрҙәре имеш...

Дуҫтар, һеҙ ҙә һаҡ булығыҙ!

Учалыла кеше алдап еңел байырға теләгән бер ир һәм ике ҡатынға РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса (мутлашыу) яуап тоторға тура киләсәк. Улар хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға ҡағылыштары булмаһа ла, үҙҙәренең исемдәренә танытмалар тултырып, махсус эш кейемендә өйҙән-өйгә йөрөп, оло кешеләрҙе газ сыҡҡанды белдерткән приборҙар ҡуйырға өгөтләйҙәр.
Ташлама менән осһоҙға ҡуябыҙ, тип алдайҙар, ысынбарлыҡта иһә 1 691 һумлыҡ прибор өсөн 6 990 һум иҫәбенән алалар. Ошо рәүештә 2019 йылдың октябрь айынан 2020 йылдың мартына тиклемге осорҙа 10 кешене төп башына ултыртҡандар, тип фараз ителә.
Учалы район-ара прокуратураһы ғәйепләү һығымтаһын раҫлап, енәйәт эше судҡа йүнәлтелде, тип хәбәр ителде. Суд алдына баҫыусылар ғәйептәрен танымаған.
(Мәғлүмәт “Яйыҡ” гәзитенән алынды).
Фото: orenburzhie.ru
Читайте нас