Бөгөн Баймаҡ мәҙәниәт йортонда район гәзите сыға башлауға 90 йыл тулыуға арналған матур сара үтте.
Редакция хеҙмәткәрҙәренең шатлығын уртаҡлашырға Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм башҡалар килде.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев редакция хеҙмәткәрҙәрен, матбуғат ветерандарын, ауыл хәбәрселәрен, гәзиттең дуҫтарын һәм уҡыусыларын оло юбилей менән ҡотлап, һөнәр алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
"Туҡһан йыл элек район гәзитенең беренсе һаны донъя күрә. Тап ошо көндән уның ҡыҙыҡлы, сағыу тормошо башлана. Баҫманы үҫтереүҙә йөҙләгән кеше - мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, фотохәбәрселәр, нәшер итеүселәр һәм башҡалар эшләй. Гәзиттең һәр һаны – күп кешенең хеҙмәте. Әле лә редакция коллективы тыуған төйәгенең йылъяҙмаһын яҙыуҙы дауам итә. Барыһына ла рәхмәт! Юбилейың менән, гәзитебеҙ! Һинең яҡты киләсәгеңә, уҡыусыға кәрәкле булыуыңа ышанабыҙ", - тине хакимиәт башлығы үҙ сығышында.
Бер төркөм журналистарға, ветерандарға Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының, Журналистар союзының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайты.