Рәсәй көнөнә һәм республиканың баш ҡалаһына нигеҙ һалыуҙың 447 йыллығына арналған автоуҙышты хуплап, Өфөлә 600-ҙән ашыу кеше флешмобҡа сыҡты.
Акцияға рәсми старт Еңеү паркында бирелде. Унда өфөләр автоуҙыш маршруты үтәсәк Рәсәй ҡалаларына ҙур патриотик сәләм еткерҙе. “Патриот” төбәк йәмәғәт хәрәкәте әүҙемселәренең маршруты илдең һигеҙ герой-ҡалаһы - Өфө–Һамар–Волгоград–Дондағы Ростов–Новороссийск–Керчь–Севастополь– Ҡырымдың Белогорск районы аша үтә.
“Автоуҙыштың төп маҡсаты – Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла бөтә халыҡтың йөрәк йылыһын, ҡаһарман яугирҙәргә һәм тыл эшсәндәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереү. Былтыр 1 мартта Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем бирелгәйне. Шуға күрә Рәсәй ҡалалары буйлап автоуҙыштың тап Өфөнән башланыуы бик әһәмиәтле”, – тине Башҡортостандың Диңгеҙ Йыйылышы етәксеһе Юлай Моратов.
Автоуҙышта ҡатнашыусылар ветерандар, хәрби-патриотик ойошмалар, музей вәкилдәре менән осраша, мемориалдарға сәскә һала, ил батырҙарын иҫкә ала.
Әйткәндәй, өфөләр “Патриот” хәрәкәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә (vk.com/algapatriot, instagram.com/algapatriot и vm.tiktok.com/ZSJxRB4rM) маршрутҡа ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән уртаҡлаша. Автоуҙыш аҙағында “Өфөнән патриотик сәләм менән!” тигән видеояҙма донъя күрәсәк.