Йәкшәмбе баҙарында бабайым менән район үҙәгенә барып, бал һатып ҡайтырға йыйындыҡ. Быға тиклем дә булғанын һатып торғас, банка өсөн пластмасса ҡапҡастар бөтөп киткән икән.
Икенсе көндө 25 литрлыҡ феләккә тултырылған балды ултыртып, иртән иртүк машина менән юлға сыҡтыҡ. Район үҙәге алыҫ та түгел – 30 саҡрым. Тик баяғы банка ҡапҡастары табыу мәсьәләһе тора.
Иртәнсәк ауыл магазины бикле ине, унда туҡтап торманыҡ. Баҙарҙа ла ундай әйбер һатыусылар һуңыраҡ килә торған. Шуға күрә юлда уҡ үҙәк баҙарға яҡын йәшәгән әхирәтем Мәрйәмгә шылтыраттым.
- Ҡарале, беҙ бал һатырға китеп барабыҙ. Банка ҡапҡастары бик аҙ. Һин 10-15-ләп ҡапҡас биреп тора алмаҫһыңмы икән? Һуңынан индерер инем...
- Ярай, исмаһам, бер күрешеп алырбыҙ. Һеҙ ҡайһы тирәлә килә ятаһығыҙ әле? – тип төпсөнөп алып китте әхирәт.
- Юлдабыҙ. Тиҙҙән выжт итеп килеп тә етербеҙ. Әҙерләп кенә тор инде, йәме, әхирәт! Беҙгә баҙарға тиҙерәк барып етеп, сауҙа өсөн урын алаһы бар...
Тура Мәрйәмгә туҡтаныҡ. Беҙҙе күреп аптырағандай итте.
- Һаумы, әхирәт! Беҙ баяғы банка ҡапҡасы артынан. Баҙарҙа әллә була, әллә юҡ тип, тура һиңә туҡтаныҡ.
Бының аңламаған кеше һымаҡ тороуын күреп, юлдағы хәбәрҙе ҡабатлай һалдым: баҙар, бал, банка, ҡапҡас...
- Ә улай икән дә... Хәҙер, - тип әхирәтем кухня гарнитурынан бер нисә ҡапҡас килтереп сығарҙы, һыуытҡыстағы ҡайнатмаларының, ҡаймағының, тағы нимәләренеңдер ҡапҡастарын алып, йыуып, ҡоротто.
Мин бер аҙ аптырап күҙәттем: “Аһ-аһ, олоғая килә әллә хәтере насарая башланымы икән? Хәрәкәттәре лә үтә яй. 15-20 минут элек һөйләп аңлатҡан нәмәне белмәгән кешеләй ҡыланасы”, - тип уйландым.
- Ярай, әхирәт, ҡайтышлай туҡтарбыҙ! – тип, ҡапҡастарҙы алып, ҡабаланып сығып киттем.
...Баҙар уңды. Ике-өс сәғәт эсендә балды һатып та бөттөк. Әхирәткә күстәнәскә лә ҡалды. Уға ла, үҙебеҙгә лә өр-яңы банка ҡапҡастары һатып алып, баҙар күстәнәстәре менән оҙон-оҙаҡ сәй эсеп, төш ауғас ҡына ҡайтырға сыҡтыҡ.
- Алло, әхирәт, һеҙ киләһегеҙме ул? Мин һеҙҙе көтөп ултырам...
- Һуң, Өфөгә, бал һатырға. Иртә менән шылтыратып, ҡапҡас әҙерләргә ҡуштың бит. Мин ней әллә күпме нәмәне йыуып-йышып, һиңә тип бер пакет ҡапҡас әҙерләнем...
Шунда ғына башыма барып етте: мин район үҙәгендәге Мәрйәмгә шылтыратам тип, Өфөләге Мәрйәмгә шылтыратҡанмын бит! Бына эш нимәлә булған икән?!
Машина йөрөткән бабайымды һәм бер нисә йөҙ саҡрымда ятҡан баш ҡалалағы әхирәтемде аптыратып, көлөргә тотондом. Бына шулай, Мәрйәм исемле ике әхирәтте ҡыҙыҡ итем мин. Был хәлде әле булһа иҫләп көлөп алабыҙ.