Йәмғиәт
11 Июнь 2021, 15:30

Премьер-министр юғары баһа бирҙе

Андрей Назаров республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәте вәкилдәренә алты автоцистерна асҡысы тапшырҙы.

11 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәте вәкилдәренә янғынға ҡаршы алты автоцистерна асҡысы тапшырҙы.
"Бөгөн, Рәсәй көнөн билдәләр алдынан, ошондай мөмкинлек тыуғанына шатбыҙ. Йыл башынан 73,5 миллион һумлыҡ 38 берәмек янғынға ҡаршы техника һатып алдыҡ. Уларҙың алтауһын бөгөн тапшырабыҙ", - тине Андрей Назаров.
Пандемия осоронда ауырлыҡтар булһа ла, республикала янғын һағы частары асыла, яңы техника һатып алына, деполар төҙөлөүе планлаштырыла, тип белдерҙе Премьер-министр. Ул республиканың янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә фиҙакәр хеҙмәттәре һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Янғындарға, ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы көрәштә һеҙ алдынғы рәттә. Тулыһынса йыһазландырылған заманса машиналар мөһим эшегеҙҙә ярҙам итәсәк", - тине Андрей Назаров.
Тантананан һуң Премьер-министр янғынға ҡаршы техниканы ҡараны, бер автоцистернала йөрөп, уға юғары техник баһалама бирҙе.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас