Йәмғиәт
11 Июнь 2021, 13:30

ВИЧ-ты асыҡлау өсөн экспресс-тест үтергә була

Табиптарҙың мобиль төркөмө графигы менән СПИД үҙәге сайтында танышырға була: http://www.ufaaids.bashmed.ru/.

Аноним һәм бушлай анализ Өфөлә Каруанһарай майҙанында үткәрелә. Экспресс-тесты төбәктең 29 районында ла тапшырырға мөмкин. Табиптарҙың мобиль төркөмө графигы менән СПИД үҙәге сайтында танышырға була: http://www.ufaaids.bashmed.ru/.
Статистикаға ярашлы, республикала һуңғы ярты йыл эсендә бер мең кешелә хәүефле сир асыҡланған. Шул иҫәптән 59 йөклө ҡатындың ВИЧ инфекцияһы менән ауырығаны билдәле. Белгестәр әйтеүенсә, сирҙе мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлағанда, сәләмәт балалар табыу ихтималлығы арта. Кеше ВИЧ инфекцияһы менән зарарланғанын оҙаҡ ваҡыт һиҙмәй йөрөүе ихтимал, шуға ла йылына бер тапҡыр булһа ла анализ тапшырырға кәңәш ителә.
Рафаэль Яппаров, Спид-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге баш табибы:
"Башҡортостанда 1987 йылдан, анализдар ала башланыу ваҡыты менән иҫәпләнә, 36 мең кешелә ВИЧ-инфекцияһы асыҡланған. Унан 12 мең сирленең ғүмере өҙөлгән. Йыл башынан меңгә яҡын кеше ауырыған, уларҙың 60 проценты - ир-ат, ҡалғаны - ҡатын-ҡыҙ. Хәүефле сир йоҡторғандарҙың һаны артҡандан-арта, шуға ла беҙ даими рәүештә анализ тапшырырға кәңәш итәбеҙ. Экспресс-тест тиҙ эшләнә, бик уңайлы алым. Анализды аноним рәүештә биреү ҙә уңайһыҙ һорауҙарҙан азат итә. Әлеге сара ноябргә тиклем уҙасаҡ, 12 районда үтәсәк".
Фото: riavrn.ru
Читайте нас