Йәмғиәт
11 Июнь 2021, 11:00

Йәштәребеҙ ил конкурсында еңде

Артур Биктимеров, Венера Бикҡужина, Ләйсән Сөләймәнова, Әлиә Солтан Бөтә Рәсәй “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсы еңеүселәре булды.

Башҡортостандан Артур Биктимеров, Венера Бикҡужина, Ләйсән Сөләймәнова, Әлиә Солтан Бөтә Рәсәй “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсы еңеүселәре булды.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһындағы Бөтә Рәсәй “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының икенсе миҙгеле тамамланды. Унда ил төбәктәренән 62 ҡатнашыусы еңеүсе тип танылды. Шуныһы ҡыуаныслы: уларға үҙ проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирелде. Ә уның кураторҙары ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендәге билдәле рестораторҙар, отельерҙар һәм идара итеүселәр буласаҡ.
Еңеүселәр араһында Өфөнән Артур Биктимеров, Венера Бикҡужина, Ләйсән Сөләймәнова, Октябрьский ҡалаһынан Әлиә Солтан бар. Артур Биктимеров “Торатау” геопаркы буйынса ғилми тур проекты менән финалға сыҡты. Венера Бикҡужина конкурста “Бишбармаҡ” милли кухняһы оҫтаханаһы проекты менән еңде. Ләйсән Солтанғолова иһә үҙенең “Өләсәйгә ҡунаҡҡа” проекты менән уңышҡа өлгәште. Ул ауыл туризмының тотош Рәсәй буйынса үҫешенә арналған. Әлиә Солтандың географияны яҡшыртыу, һәр төбәк ҡиммәттәре менән танышыу маҡсатында эшләнгән “Минең илем” өҫтәл уйыны ла тотош ил күләмендә танылыу яуланы.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас