21 июлдән 25 июлгә ҡәҙәр Өфөлә “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)-2021” IX милли чемпионатының финалы үтәсәк. Башҡортостан командаһының, ә ул студенттарҙан тора, финалға бик төплө әҙерләнеүе тураһында Башҡортостандың алдынғы профессионал әҙерлек үҙәге хәбәр итте.
– Команда күптән төҙөлгән, уға ике йәш төркөмөнә (16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм 16 йәштән 25 йәшкә хәтлемге ҡыҙ һәм егеттәр) ҡараған 280 ҡатнашыусы инде, – тип һөйләй “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia) төбәк координация үҙәге директоры Елена Трегубова. – Яҡташтарыбыҙ 105 компетенцияның 103-өндә көс һынаясаҡ, шул иҫәптән “Һанлы ер эше” һәм “Һаҡсыл производство” тигән компетенцияларында һынатмаҫтарында шигем юҡ.
Елена Трегубова билдәләүенсә, бәйгегә бер айҙан да аҙ ваҡыт ҡалған, егет һәм ҡыҙҙар ярышҡа етди әҙерләнә, Рәсәйҙең бүтән төбәктәренә сығып, үҙҙәрен һынап ҡарай.
Фото: “Республика Башкортостан” гәзите.