Йәмғиәт
12 Июнь 2021, 18:30

Ағиҙел буйы гөрләп торҙо

Өфөлә Ағиҙел яры буйында Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнө һәм Салауат Юлаев көндәре уңайынан һыу суднолары һәм бәләкәй авиация ойошторған авишоу булды.

Өфөлә Ағиҙел яры буйында Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнө һәм Салауат Юлаев көндәре уңайынан һыу суднолары һәм бәләкәй авиация ойошторған авишоу булды.
Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө мэры Сергей Греков, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ҡатнашты.
Теплоход, пароход, катерҙар, рафтар, гидроциклдар, каяктар, каноэлар, байдаркалар һәм кәмәләр кеүек һыу судноларын өфөләр һәм ҡунаҡтар ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Байрам сараларына һауала вертолеттар һәм самолеттарҙың күтәрелеүе лә йәм өҫтәне.
Бынан тыш Өфө дәүләт Ҡурсаҡ театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистарының сығышы ла һәр кемдең күңеленә хуш килде. “Тыуған ер таланттары” тигән күргәҙмә янында халыҡ күп ине, ә “Өфө – шағирҙар ҡалаһы” исемле шиғыр кисәһе олоһоноң да, кесеһенең дә яратҡан урынына әйләнде. Байрам киске уйын менән тамамланды.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас