Йәмғиәт
12 Июнь 2021, 09:15

“Илһөйәрлек көнө”

"Илһөйәрлек ул, тәү сиратта, эштәр, ә һүҙҙәр түгел. Ул эштәрҙе кешеләр башҡара, илдең миллионлаған ябай халҡы"

“Бөгөн – Рәсәй көнө. Рәсми булмаған атамаһы ла бар уның – “Патриотлыҡ көнө”. Илһөйәрлек ул, тәү сиратта, эштәр, ә һүҙҙәр түгел. Ул эштәрҙе кешеләр башҡара, илдең миллионлаған ябай халҡы. Ошоға бәйле, хөкүмәттең бурысы – бөтә дәүләт инфраструктураһын ошо кешеләрҙең эше мөмкин тиклем һөҙөмтәле булырлыҡ итеп ойоштороу. Дәүләт институттарының йәмғиәттең етештереүсәнлеген арттырып, сәғәт кеүек теүәл эшләүе. Кешеләр беҙҙә ялҡау түгел, улар күңелен һалып эшләй. Илдә нимәлер килеп сыҡмай, ниндәйҙер күренештәрҙе юғары кимәлдә ойоштороп булмай икән, иң беренсе был беҙҙең, идара итеүселәрҙең ғәйебе. Бөтә ошо етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү, дәүләт аппаратының һөҙөмтәлелеген күтәреү һәр чиновник өсөн патриотлыҡтың юғары өлгөһө булып тора ла инде. Үҙем өсөн мин ошолай хәл итеп ҡуйғанмын. Бөтәгеҙҙе лә Рәсәй көнө менән ҡотлайым! Һөйөклө Тыуған илебеҙҙең байрамы менән”, – тип яҙҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры А.Назаров үҙенең фейсбугында.
А.Назаровтың “Фейсбук”тағы сәхифәһенән.
Читайте нас