Бөгөн “Өфө – Күмертау – Өфө” йүнәлеше буйынса өс вагондан торған инновациялы РА-3 “Орлан” хәрәкәт итеү составы ҡуйылған өҫтәмә тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезы тәүге рейсҡа сыҡты.
2021 йылдың 12 июне – ул беҙҙең пассажирҙар өсөн айырым мәғәнәгә эйә көн. Ил, республика халҡы – Рәсәй көнөн, ә баш ҡалалар Өфө ҡалаһы көнөн дә билдәләй. Ошо байрам көнөндә өҫтәмә “Орлан” юлға сыға. Ул 229 урынға иҫәпләнгән өс вагондан тора.
“Рәсәй көнөндә ошо поезды ебәреү символик мәғәнәгә эйә, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Айрат Сабиров. – Беренсе иртәнге һәм киске рейстар уҡыуға, эшкә, дәүләт учреждениеларына йүнәлеүселәр өсөн уңайлы. Көндөҙгө поездар иһә күберәк туристарға тәғәйенләнгән. Улар Өфөнән республикабыҙҙың гүзәл төбәктәренә – Торатауға, Мораҙым тарлауығына, Нөгөш һыуһаҡлағысы яғына йүнәлә ала”.
“Орлан” ҡала яны поезында йөрөү хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ, юлға сығыу ваҡыты, тиҙлеге, юл хаҡы яғынан өҫтөнлөклө булып тора. “Орлан”ды тағы ла етеҙерәк йөрөтөү ниәте бар. Бөгөн баш ҡаланан Күмертауға тиклем барып етеү ваҡыты 3 сәғәт тә 50 минут тәшкил итһә, киләсәктә уны 3 сәғәт тә 20 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыу күҙ уңында тотола.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республика Хөкүмәте ярҙамы менән 2021 йылдың 2 апреленән “Башҡотостандың ҡала яны пассажир компанияһы” йәмғиәте Куйбышев тимер юлы менән берлектә “Өфө – Күмертау – Өфө” йүнәлеше буйынса тиҙ йөрөшлө “Орлан” поезын ебәрҙе. Был транспорт менән 7 меңдән ашыу пассажир файҙаланған да инде.
Мәғлүмәт һәм фотолар – Башҡортостан Республикаһының рәсми порталынан: www.bashkortostan.ru