Рәсәй көнөндә республика етәксеһе Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән Дуҫлыҡ Монументына сәскә һалды. Һәйкәлде 1957 йылда төҙөй башлайҙар, ә уны тантаналы асыу 1965 йылда була. Монумент рус һәм башҡорт халыҡтарының бөйөк дуҫлығының символы булып тора.
Республика Башлығы күренекле башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәйкәленә лә сәскәләр һалды.
Һәйкәл 2019 йылдың июнендә асылды. Уның бейеклеге алты метрға яҡын. Авторы – скульптор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле өҫтөндә лә эшләгәйне.
Башҡортостан етәксеһе Салауат Юлаевтың етеп килгән 267 йыллығы уңайынан ҡурай моңдары аҫтында башҡорт халҡының милли батырына ҡуйылған һәйкәлгә лә сәскәләр илтте.
Рәсәйҙә генә түгел, бөтә Европалағы иң ҙур атлы статуя скульптор Сосланбәк Тавасиев проекты буйынса башҡарылған. Һәйкәл 1967 йылда асылған. 1970 йылда С.Тавасиев был эше өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булған.
Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru