Йәмғиәт
12 Июнь 2021, 09:30

Сергей Греков көрәш буйынса турнирҙы асыуҙа ҡатнашты

Бөгөн, 12 июнь – Өфө ҡалаһы көнөндә, “Торатау” конгресс-холының аҫҡы майҙанындағы “Ватан” паркында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына үткәрелгән Көрәш буйынса традицион асыҡ турнирҙы асыу тантанаһы булды.

Ярыштарҙа бөтә республиканан йыйылған 100 иң көслө көрәшсе ҡатнаша. Асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы. Ул башҡорт көрәш мәктәбенең илдә иң көслөләрҙән һаналғанын, уның йолалары һаҡланғанын һәм үҫтерелгәнен билдәләп үтте.
Ярышта дүрт ауырлыҡ категорияһында – 2003–2005 йылғы үҫмерҙәр, биш категорияла – 2002 йылғы һәм унан өлкәнерәктәр көс һынаша.
Турнир һөҙөмтәләре һуңғараҡ, ярыш йомғаҡтары барланып бөткәс, билдәле була. Еңеүселәргә, призерҙарға кубок, миҙал, грамота һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.
Турнирҙы Өфө ҡала хакимиәте, Көрәш һәм билбау менән көрәшеү спорт федерацияһы ойоштора.
Мәғлүмәт, фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас