Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов тантаналы рәүештә Стәрлетамаҡ ҡалаһына автономиялы йөрөшлө яңы троллейбус һәм янғын автоцистернаһын тапшырҙы.
– Республикаға бөтәһе 10 ошондай троллейбус бүленде. Тағы 45-әү килере көтөлә. Беҙ артабан да Башҡортостан ҡалаларын яңы һәм заманса транспорт менән тәьмин итәсәкбеҙ, – тине Р.Әбдрәхимов.
Ҡала хакимиәте башлығы В.Куликов. “Троллейбус йәмәғәт транспортының иң таҙа төрө булды һәм шулай ҡала”, – тип билдәләне.
Янғын цистернаһы Башҡортостанда Янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһына ярашлы республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған.
Фото, мәғлүмәт: pravitelstvorb.ru