Йәмғиәт
12 Июнь 2021, 15:15

Һуғыш балаларына танытма тапшырылды

Бөгөн, 12 июндә, Өфөлә байрам саралары уңайынан В.И.Ленин майҙанында үткән сарала “Һуғыш балалары” танытмалары тапшырылды.

Бөгөн, 12 июндә, Өфөлә байрам саралары уңайынан В.И.Ленин майҙанында үткән сарала “Һуғыш балалары” танытмалары тапшырылды. Унда Башҡортостан буйынса федераль инспектор Алексей Касьянов, Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков, ҡала советы депутаттары Артур Хажиғәлиев менән Айҙар Зөбәйеровтар ҡатнашты.
Ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илдең азатлығын һаҡлап ҡалған кешеләрҙең фиҙакәрлеге арҡаһында яңы быуындар тыныс ваҡытта тыуып-үҫте.
Башҡортостанда 189 меңдән ашыу һуғыш балалары йәшәй, шуларҙың 50 меңдән артығы – Өфөлә. Быйыл 25 мартта республикала “Һуғыш балалары тураһында” закон ҡабул ителде. Ул 1927 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләргә социаль ярҙам сараларын раҫланы. Ҡала хакимиәте башлығы сарала ҡатнашҡандарҙа байрам менән ҡотлап, 10 Өфө кешеһенә “Һуғыш балалары” танытмаһын тапшырҙы.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: ufacity.info
Читайте нас