Йәмғиәт
12 Июнь 2021, 16:30

Йәш өфөлөләр паспорт алды

Рәсәй көнөн билдәләү уңайынан Өфөләге В.И.Ленин исемендәге майҙанда “Беҙ – Рәсәй граждандары” акцияһына ярашлы Өфө үҫмерҙәренә паспорт тапшырыу тантанаһы ойошторолдо.

Рәсәй көнөн билдәләү уңайынан Өфөнөң В.И.Ленин исемендәге майҙанында “Беҙ – Рәсәй граждандары” акцияһына ярашлы Өфө үҫмерҙәренә паспорт тапшырыу тантанаһы ойошторолдо. Сарала Башҡортостан буйынса федераль инспектор Алексей Касьянов, Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков, ҡала советы депутаттары Артур Хажиғәлиев менән Айҙар Зөбәйеровтар ҡатнашты. Өфө мәктәптәренән 11 уҡыусы – улар олимпиада, фәнни конкурстар һәм спорт ярыштары еңеүселәре – федераль инспектор ҡулынан паспорт алды.
– Паспорт ул шәхесте раҫлаусы документ ҡына түгел, ә уға эйә булған һәр кешенең Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы гражданы икәне билдәһе, – тине А.Касьянов, уҡыусыларҙы ҡотлап. – Һеҙҙең бөйөк Рәсәйҙең лайыҡлы граждандары булырығыҙға шикләнмәйем.
Мәғлүмәт, фото сығанағы: ufacity.info
Читайте нас