Йәмғиәт
13 Июнь 2021, 14:30

Американан ярҙам килгән

Күптән түгел ошо ярҙам аҡсаһына 53 мең һумлыҡ ял урыны эшләп ҡуйғандар. Ә былтыр...

Алыҫта йәшәп тә туған яғына ярҙам иткән меценаттар бар. Борай районының Иҫке Таҙлар ауылынан Фәриҙә Әҙеһәмова, мәҫәлән, АҠШ-та йәшәһә лә, ауылын төҙөкләндереүҙә даими ҡатнаша.
Күптән түгел уның ярҙамы менән ошо ауылдағы “Хәтер баҡсаһы” янында дөйөм суммаһы 53 мең һумлыҡ ике бәүелсәк һәм беседка эшләп ҡуйылды. Бында балалар өсөн уйын майҙансығы юҡ, шуға күрә был яңылыҡҡа сабыйҙар айырыуса шатланды.
Былтыр Әҙеһәмовтар ғаиләһе обелиск ҡороуға 20 мең һум, артабан зыяратты кәртәләүгә 20 мең һум, мәсеткә ярым ай яһатыуға 50 мең һум биргән. Тыуған яғына йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам иткән Фәриҙә Венерид ҡыҙына ауылдаштары сикһеҙ рәхмәтле.
Үҙ яғыңа ярҙам итеүҙе системалы рәүештә башҡарыу мөмкин булһын өсөн респаубликабыҙҙа “Атайсал” проекты булдырылғайны. Был проекттың башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Ишембай районындағы тыуған ауылы Сайранда булғанда сығыш яһағайны.
Фото: Борай районының “Алға” гәзите сайтынан.
Читайте нас