Ҡыйғы районы мәҙәниәт йортонда тәүгә "Ауыл ҡыҙы-2021" конкурсы үткәрелеп, һабантуйҙа уның йомғаҡтарын иғлан иттеләр.
Финалға сыҡҡан һигеҙ гүзәл зат вәкиле араһында студенттар ҙа, күп балалы әсәләр ҙә, төрлө һөнәр эйәләре - уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар ине. Әйтергә кәрәк, уларҙың һәр береһе Гран-приға лайыҡлы, сөнки ысынлап иң-иңдәр - төҫкә-башҡа матурҙар, уңған хужабикәләр, һәр яҡтан да булдыҡлылар ине.
Баһалама төркөмө ағзалары ярышыусыларҙың ҡул эштәрен, үҙҙәре әҙерләгән милли аш-һыуын, сәхнәләге сығыштарын - йыр-бейеүҙәрен, нәфис һүҙгә оҫталыҡтарын - баһаланы. Уларға ҡыҙҙарҙың иң шәбен һайлап алыу еңелдән булмағандыр, тик бәйге икән, уның еңеүсеһе лә булырға тейеш.
Районда үткән һабантуйҙа был конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм еңеүсе билдәләнде. Гран-при һәм төп бүләк - велосипед - Иҙрис ауылы һылыуы, Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы филиалы студенты Илнара Мөхәмәтовала! Ҡотлайбыҙ һәләтле, булдыҡлы ҡыҙҙы, артабан да тормошонда уңыштары, еңеүҙәре күп булһын.
"Илнара - бик тырыш ҡыҙ, һәр яҡтан килгән, бейергә ярата, спортта ла, уҡыуҙа ла һынатмай. Уҡыусым менән ғорурланам!" - ти ҡыҙҙы конкурсҡа әҙерләгән колледж уҡытыусыһы Таңһылыу Сәхәүетдинова.
Фото: Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы.