Ошо аҙнала Өфөлә 24 йәшлек «Башавтотранс» автобусы водителе бәләгә тарый. Был хаҡта "КП-Өфө" баҫмаһы хәбәр иткән.
Эшләп йөрөгән мәлендә ул һуңғы ДОК туҡталышына етеп, төшкө аш ашап алырға уйлай һәм "ЛиАЗ" маркалы автобусынан сыға ла уны ал яғынан урап үтмәксе була. Әмәлгә ҡалғандай, шул ваҡыт автобус ҡуҙғала башлай. Һөҙөмтәлә йәш водителде күп тонналы автобус икенсеһенә ҡуша ҡыҫа.
Хеҙмәттәштәре "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте саҡыра, ауыр йәрәхәттәр алған егетте дауаханаға оҙаталар. Хеҙмәт дәүләт идаралығында белдереүҙәренсә, әле бәләнең ниҙән килеп сыҡҡанлығы асыҡлана, йәш водитель үҙе хеҙмәт ҡағиҙәһен боҙманымы икән - тикшереү бара.