Йәмғиәт
14 Июнь 2021, 11:30

"Һаумы, Кәзә тауы, "бүреләр" ҡайтты!"

Быйыл райондың күп ауылдарында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" кеүек байрамдар үтә.

Быйыл Хәйбулла районының күп ауылдарында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" кеүек байрамдар үтә. Был ялда райондың иң матур һәм берҙәм ауылдарының береһе Һаҡмар-Наҙарғолда ауылдаштарҙы ҡаршыланылар. Был хаҡта район хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә.
“Һаумы, уйнап үҫкән Кәзә тауы, әрәмәлек, йәмле Һаҡмарыбыҙ, шау-гөр килеп бесәндә йөрөгән Тимербайыбыҙ, Йүкәлеморонобыҙ, Улғыряныбыҙ”, - тип тамырҙары ошо ергә бәйле булғандар Һаҡмар-Наҙарғол ауылына йыйылды. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы төрлө тарафтарға таралышҡан, тыуған яғын һағынған "бүреләр"ҙе бергә тупланы. Рәсми атамаһы Һаҡмар-Наҙарғол булһа ла, халыҡ телендә Бүре тигән исеме лә бар ауылдың.
Ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы ауылға ингән ерҙә ҡаршы алды. Килгән кешеләр тырыш хужабикәләр әҙерләгән өҫтәлдәге һыйҙарҙы ауыҙ итеп, улар ойошторған күргәҙмәләргә һоҡланып урам буйлап үтте. Тәбиғәт ҡосағында дауам иткән байрамдың тантаналы өлөшөндә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов байрам менән тәбрикләп, ауылдың абруйлы вәкилдәрен, төрлө номинациялар буйынса еңеүселәрҙе ҡотланы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сара барышында билдәләнеп үтелеүенсә, бында элек-электән эшһөйәр, бар яҡлап та талантлы кешеләр йәшәй. Бәрәкәтле ерҙән данлыҡлы, илебеҙгә билдәле шәхестәр сыҡҡан.
Ғаиләләрҙе, туғандарҙы берләштергән байрамдың уҙғарылыуы бик мәртәбәле күренеш. Киләсәктә лә тыуған тупраҡты онотмай, атай нигеҙенә тоғро ҡалырҙар, был осрашыу мәлдәре күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәр, йөрәктәрҙә онотолмаҫ яҡты хәтирә булып уйылып ҡалыр, тигән ышаныс белдерҙе ойоштороусылар. Сара матур концерт номерҙары, ауылдаштарҙың сығыштары, төрлө спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Хәтирәләр менән бүлешеүҙәр тирмәләрҙә әҙерләнгән табын артында ла дауам итте.
Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас