Йәмғиәт
15 Июнь 2021, 11:00

Денис 100 балл йыйған!

Саҡмағош 1-се урта мәктәбенән Денис Вахитов юғары һөҙөмтә күрһәтте, үҫмер 100 балл йыйған.

Сығарылыш класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙы дауам итә. Шул иғтибарға лайыҡ, яҡташтарыбыҙ араһында имтиханда юғары балл алыусылар күп.
Мәҫәлән, Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев был йәһәттән һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан.
– Һеҙгә бик яҡшы хәбәремде еткерергә ашығам, бөгөн химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре билдәле булды – тигән Реканс Ямалиев. – Саҡмағош 1-се урта мәктәбенән Денис Вахитов юғары һөҙөмтә күрһәтте, үҫмер 100 балл йыйған. Денис мәктәптә тик яҡшы билдәләренә генә уҡыны, уҡыу алдынғыһы булды. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инергә йыйына. “Берҙәм дәүләт имтиханы ҡурҡыныс түгел, тырышып уҡығандар һынауҙы еңел тапшыра”, – ти Денис Вахитов. Егеткә киләсәктә лә уңыштар теләйек!
Фото: Реканс Ямалиев.
Читайте нас