Йәмғиәт
15 Июнь 2021, 13:00

"Иптәшем ҡиәфәтемә бәйләнә..."

Уны тыңлаһам, һаулығыма зыян килер тип ҡурҡам.

«Иптәшем минең ҡиәфәтемде яратмай… Туҡтауһыҙ контролдә тота, ни ашаһам да дөрөҫ туҡланмайһың, тип бәйләнә. Йәйге эҫелә туңдырма ашау ҙа михнәткә әйләнде.
«Ашама, унда бит майҙар, күп», - тип тылҡый. Дөрөҫ, буйым бик бейек булмаһа ла, 70 килонан артыҡмын шул. Әммә бик йыуанмын тип иҫәпләнмәйемдер тим. Үҙем бешеренергә яратам, йыш ҡына бәлештәр, ҡоймаҡтар ҡоям. Бешергәс ни, ашайһы ла килә. Уның үҙенә рәхәт, ҡаҡса, ашағаны бер ҙә генә йоҡмай… Һигеҙ йыл бергә йәшәйбеҙ. Тәүҙәрәк бәйләнсеклеген нисек тә ҡабул итә инем. Үҙемде үҙгәртергә лә тырышып ҡараған саҡтарым булманы түгел, булды. Тик төрлө диеталар минеке түгел икәнен аңланым, кәйефемә, һаулығыма ла зыянлы була башлағас, ташланым ул эште. Ирем генә дүнмәй, үҙенекен һөйләүен дауам итә. Туҡтауһыҙ котролләүенән ялҡып, был мине яратмай башланы ахыры, тип уйлана башланым. Үҙемде йәмһеҙ бер ҡатын итеп тоям хәҙер… Ысынлап яратһаң, яныңдағы ғәзиз кешеңдең камил түгел яҡтары күренергә лә тейеш түгелдер, минеңсә. Иң мөһиме - яҡыныңдың хистәре, күңеле таҙа, ихлас булһындыр тим… Ошоно һөйгәнемә нисек аңлатырға? Артабан былай дауам итһә, ғаиләнең тарҡалыуы ла бар бит».
(Өфө районында йәшәгән ҡатындың һөйләгәне).
Фото pixabay.com
Читайте нас