Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала совет осоронан ҡалған матур бер йола – “һөт кухнялары” тергеҙелде, был эш 2019 йылда башланғайны. Проекттың социаль йәһәттән әһәмиәте тураһында әйтеп тороу артыҡ. Уның маҡсаты – махсус һөт аҙыҡ-түлеге менән бәләкәй балаларҙы, йөклө ҡатындарҙы һәм бала имеҙгән әсәләрҙе бушлай тәьмин итеү. Былтырҙан был хоҡуҡ менән опекала булған балалар ҙа файҙалана башланы.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев был эшмәкәрлек тураһында сығыш яһаны.
“Һөт кухняһы” учреждениеһы структураһында һөт ризыҡтары ете урында етештерелә (Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет, Үрге Ҡыйғыла урынлашҡан). Улар аҙыҡ-түлек тауарҙарының хәүефһеҙлеге тармағындағы менеджмент системаһының халыҡ-ара стандарттарына һәм “Хәләл” стандарттарына яуап бирә. Был предприятиеларҙа тәүлегенә 25 тонна һөт эшкәртелә, 331 эш урыны булдырылған һәм 13 төр тауар етештерелә.
– Быйыл дәүләт бурысы сиктәрендә был тауар менн 24825 кеше тәьмин ителә. Былтырғы менән сағыштырғанда үҫеш 4,9 процент. Үҫештең сәбәбе билдәле – документтар тапшырыу процедураһы камиллаша һәм еңелерәк була бара, тейешле ҡағыҙҙар һаны ла кәметелгән. Быйыл мартта мобиль ҡушымта эшләй башланы, уның ярҙамында документтарҙы алыҫтан тороп та тапшырып була, – тине министр.
Әлеге ваҡытта райондар һәм ҡалаларҙа 135 таратыу пункты бар. Һөт ризыҡтарын фирма пункттарында һәм павильондарҙа, дарыухана һәм поликлиникаларҙа алырға була. Кешеләр иһә башлыса фирма пунктынан барып алыуҙы өҫтөнлөклө күрә. Унда уңайлыраҡ та, башҡа тауарҙар алыу мөмкинлеге лә бар. Шуға күрә, министр белдереүенсә, былтырҙан алып улар дарыуханалағы пункттарҙы үҙаллы фирма пункттарына алмаштыра башлаған. Бынан тыш тауарҙы күберәк кеше ала алаһын өсөн даими нигеҙҙә махсус автолавкалар йөрөй. Әле уларҙың һаны өсәү, йыл аҙағына тиклем тағы бер берәмек техника һатып алыу күҙаллана.
Дәүләт бурысы сиктәрендәге эшмәкәрлектән тыш учреждение әүҙем рәүештә бюджеттан тыш эшмәкәрлеген дә үҫтерә. “Һөт кухняһы” тауарҙары танылып тора, улар федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә лә бар. Уны “Байрам”, “Ярмарка”, “АШАН”, “Апельсин”, “Дворик”, “Стерх”, “Аҡсарлаҡ”, “Лукошко”, “Полушка” селтәрҙәрендә осратырға була, “Лента”, “Окей”, “Метро” һәм “Магнит” менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында, шәхси медицина ойошмаларында һатып алырға мөмкин, интернет-магазины ла бар.
– Республика халҡында сифатлы һөт ризыҡтарына ихтыяж ҙур. Был учреждение тауарҙарын һатыу күләмендә әүҙем күрһәтелә. Мәҫәлән, 2019 йылда 4,8 миллион һумлыҡ тауар һатылһа, 2020 йылда – 48,2 миллионлыҡ. Ә быйыл тәүге ярты йылда – 39,5 миллион һум, – тине Алексей Гусев.