Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә мәктәптәрҙә балаларҙы ашатыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
"Мәктәптәрҙә балаларҙы ашатыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булды, әле лә шулай, – тине Андрей Назаров. – Беҙ уҡыусылар сифатлы, тәмле ашамлыҡ ашаһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын ла эшләргә тейеш. Ошо маҡсатта ҡайһы бер саралар әҙерләнгән, шуларҙың бер өлөшө былтырғы уҡыу йылында бойомға ашырылды ла инде".
Башҡортостанда фактик мәктәп менюһының көндәлек мониторингы индерелгән. Ул белем усаҡтарының рәсми сайтына урынлаштырылған. Бынан тыш, меню ҡайтанан ҡаралған, уны төҙөгәндә ата-әсәнең фекере иҫәпкә алынған, ҡала ата-әсәләр комитеты менән килешелгән, Башҡортостан буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы экспертиза үткәргән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.