Йәмғиәт
15 Июнь 2021, 17:00

Ваняның хәле билдәле булды

Рак менән сирләгән 12 йәшлек малай реанимацияла, тип хәбәр иткәйнек. Ул комаға киткәйне. Бөгөн иһә...

Стәрлетамаҡтан 12 йәшлек Ваняның хәлен күптән күҙәтеп барабыҙ. Өйөндә йәшәү өсөн шарттар насар булғанлыҡтан, уны әсәһенән айырып, социаль приютҡа урынлаштырғайнылар.
Әсәһе эсмәй, тик финанс хәле ауыр булыу сәбәпле, фатирында ремонт эшләй алмай. Быны белгәс, шулай уҡ Ваняның һорауы буйынса, ирекмәндәр ҡатынға ярҙам күрһәтә. Тиҙ арала өйҙә ремонт эшләйҙәр, унитаз ҡуйышалар. Һөҙөмтәлә рөхсәт алынып, малайҙы әсәһе янына алып ҡайтабыҙ тип кенә йөрөгәндә ҡот осҡос яңылыҡ билдәле була: балала – лейкоз...
Һуңғы тапҡыр хәбәр иткән саҡта, Ваня реанимацияла, тиҙәр ине. Ул комаға киткәйне. Бөгөн иһә йәнә малайҙың хәле тураһында яңылыҡ асыҡланды: “Изгелек йәйғоры” ирекмәндәре белдереүенсә, Ваняға хәл ингән. Уны реанимациянан палатаға күсергәндәр. Хатта бөгөн тәүге тапҡыр тәмлекәстәр һораған.
Фото: "Изгелек йәйғоро" төркөмө.
Читайте нас