Йәмғиәт
16 Июнь 2021, 05:30

100 балл – Варварала!

Оло Ыҡтамаҡ ауылы (Мәсетле районы) лицейы уҡыусыһы Варвара Лешкова рус әҙәбиәтенән имтиханды 100 балға биргән.

Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл алыусы егет һәм ҡыҙҙарҙың күплеге, һис һүҙһеҙ, шатландыра. Мәҫәлән, Оло Ыҡтамаҡ ауылы (Мәсетле районы) лицейы уҡыусыһы Варвара Лешкова рус әҙәбиәтенән имтиханды 100 балға биргән.
– Варвара бәләкәйҙән әҙәбиәт менән мауыҡты, шиғырҙар яҙа, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Хурамшина. – Ҡыҙ төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындарҙы яуланы. Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүе – шуға асыҡ миҫал.
Варвара Лешкова әйтеүенсә, уҡыуға етди ҡараһаң, теләктәрең тормошҡа аша, хыялы – М, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетында белем эстәү.
Фото: Мәсетле районы хакимиәте.
Читайте нас