Йәмғиәт
16 Июня 2021, 14:30

Ғариза ҡабул итеү тамамланды

Конкурсҡа 342 ғариза килгән. Фонд ойошторған грант бәйгеләре араһында был – рекордлы күрһәткес.

15 июндә Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды республика Башлығы грантына граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн конкурста ҡатнашҡан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамланы.
Ғаризалар ағымдағы йылдың 17 майынан ҡабул ителә башлағайны.
Һүҙ түбәндәге йүнәлештәр тураһында бара: социаль тәьминәт, граждандарҙың айырым категорияларын, ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау; йәштәр сәйәсәте; һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик тәрбиәне, спортты пропагандалау; граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, граждандар йәмғиәте институттарына булышлыҡ итеү; фән, мәғариф һәм мәғрифәт; тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу; милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу; мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау.
Конкурсҡа 342 ғариза килгән. Фонд ойошторған грант бәйгеләре араһында был – рекордлы күрһәткес.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн һораған дөйөм сумма - 729 411 340 һум, финаслашыу суммаһы - 308 613 955,7 һум. Ғөмүмән, конкурс буйынса ғаризаларҙың дөйөм суммаһы 1 038 025 296 һум тәшкил итә.
Конкурс Президент гранттары фондының финанслашыуы ярҙамында уҙғарыла. Дөйөм бюджет 164,8 миллион һум тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта фонд ғаризаларҙың конкурс талаптарына ярашлылығын тикшерә. Июль башында фондтың конкурс комиссияһы ултырышы үтәсәк, ул экспертизаға үткән ғаризаларҙы билдәләйәсәк.
Фото: Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды.
Читайте нас