Нуриман халҡы һәм районда ял иткәндәр өсөн яңылыҡ еткерәбеҙ: Павловка ауылының Павловка судно йөрөй торған шлюзындағы борола торған күпер япмаһын ремонтлау сәбәпле, 1 июлдән 25 июлгә тиклем бөтә төр автомобиль транспорты өсөн хәрәкәт ябыла.
Өфөнән Павловка ауылына йәки ошо исемле һыуһаҡлағысҡа ял итергә барған кешеләргә М5 – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка маршруты менән файҙаланырға кәрәк. Шуныһын да иҫәптә тотоғоҙ: күпер ике йүнәлештәге хәрәкәт өсөн дә ябыҡ буласаҡ.
Водителдәрҙән иғтибарлы булыуҙы һәм юл буйында ҡуйылған мәғлүмәт баннерҙарына ҡарап барыуҙы һорайҙар.
Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.