Йәмғиәт
16 Июнь 2021, 12:15

Үрге Ҡарыш мәктәбенә ярҙам күрһәтелгән

Был изге эште Рәвис Баһауетдинов “Атайсал” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырған.

Һәр төбәктең арҙаҡлы шәхестәре, күренекле кешеләре бар. Улар тыуған яғына һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылы мәктәбенең ашханаһындағы алты ағас тәҙрәне пластикка алмаштырғандар. Был изге эште Рәвис Баһауетдинов “Атайсал” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырған.
– Рәвис Хәтмулла ошо мәктәпте тамамланы, яҡшы уҡыны, – тип һөйләй өлкән йәштәге уҡытыусылар. – Мәктәптә уҡығанда ла эргә-тирәгә һәр саҡ иғтибарлы булды, иптәштәрен ярҙамдан өҙмәне. Ул бөгөн дә туған мәктәбе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Тәҙрәләр яңыртылғас, хәҙер мәктәпте танырлыҡ та түгел. Алыҫтан балҡып, матур булып күренеп ултыра. Ашхананың эсенә ингәндәр ҙә бындағы үҙгәрештәргә шунда уҡ иғтибар итер. Унда яҡты, тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәй.
Читайте нас