Йәмғиәт
17 Июнь 2021, 07:00

78 йылдан һуң табылған...

Хәрби летчик фронтҡа киткәнсегә ҡәҙәр Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында йәшәгән

Бынан 78 йыл элек яу яланында һәләк булған сержант, 228-се штурм авиация дивизияһының 694-се штурм авиация полкының ИЛ-2 самолеты пилоты Хәйбулла Хисмәтуллинды тыуған яғына алып ҡайтып ерләйәсәктәр. Һалдат фронтҡа киткәнсегә ҡәҙәр Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында йәшәгән.
1942 йылдың 22 октябрендә хәрби летчик сираттағы осош ваҡытында фажиғәле рәүештә һәләк булған. Уға ни бары 19 ғына йәш була...
Батыр яҡташыбыҙҙың ҡәбере 78 йылдан һуң Волгоград өлкәһендә Көйөргәҙе районының “Подвиг” эҙәрмәндәр отряды тарафынан табылған.
Волгоград өлкәһе Ольховка районы мәктәптәренең береһендә 16-сы Хәрби-һауа армияһы музейына нигеҙ һалған Василий Белоусов, “Подвиг” отряды командиры Салауат Сатыбаев, яугирҙең туғаны Фаршат Аҡбирҙиндәрҙең хеҙмәте юҡҡа булманы, батыр хәрби летчиктың кәүҙәһе тыуған яғына ҡайтарыласаҡ. Ошондай кешеләр барында халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында тарихи иҫтәлек мәңге йәшәйәсәк.
Фото: Күгәрсен районының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы.
Читайте нас