Йәмғиәт
17 Июнь 2021, 07:30

Рөхсәт кәрәкһә, сайттан ал

Һыу транспорты менән кеше ташыуға рөхсәт алыу өсөн хәҙер “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон лицензия юллау етә.

Һыу транспорты менән кеше ташыуға рөхсәт бирһендәр өсөн хәҙер “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон лицензия юллап алыу ҙа етә. Был турала Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәгенә төбәктең транспорт министры урынбаҫары Айрат Сабиров хәбәр итте.
Яңы ысул рөхсәт ҡағыҙы алыуҙы ябайлаштыра ла, тиҙләтә лә. Уны республикалағы бер нисә ойошма файҙаланған да инде. Транспорт министрлығы етәкселәре фаразлауынса, һыу транспорты менән кеше ташыу хеҙмәтенә электрон лицензия юллауға ихтыяж бик ҙур булыуы ихтимал, сөнки йыл һайын ошо маҡсатта ведомствоға 500-ләп ғариза килә икән. Һуңғы өс йыл эсендә Рәсәйҙә ошондай 1330 документ рәсмиләштерелгән.
Электрон ысулға күсеү Рәсәйҙең Һанлы үҫеш һәм Транспорт министрлыҡтары тарафынан вице-премьер Дмитрий Чернышенконың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған. Был туристарҙы хеҙмәтләндереүсе ҙур һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн мөһим әһәмиәткә эйә буласаҡ, тигән фекер әйткән Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары.
Фото: secuteck.ru
Читайте нас