Йәмғиәт
17 Июнь 2021, 14:30

Республика Башлығы гранттарын кем алыр?

Фонд ғаризаларҙың конкурс талаптарына яуап биреү-бирмәүен тикшерә башланы.

Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондында граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә һәм социаль әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыуға төбәк Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар тапшырыу кампанияһы йомғаҡтары тураһында һөйләнеләр.
Фонд ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамлап, уларҙың конкурс талаптарына яуап биреү-бирмәүен тикшерә башланы. Йәмғеһе конкурсҡа 342 ғариза тапшырылған.
“Күләмле мәғлүмәт кампанияһы һөҙөмтәһендә конкурсҡа республиканың 53 муниципалитетынан ғаризалар килде, – тине фонд директоры Люциә Юлыева. – Ҡайһы бер айырым муниципалитеттарҙа хакимиәт менән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында бәйләнештең яйға һалынмауы ҡыҙғаныс, сөнки урындағы үҙидара органы өсөн грант – ул ошондай ойошма мөмкинлектәрен һәм ресурстарын файҙаланып, районда социаль мәсьәләләрҙе, проблемаларҙы хәл итеү, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, ә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн – социаль әһәмиәтле проектты тормошҡа ашырыу, үҙ районыңа, ҡалаңа файҙа килтереү, мохтаждарға ярҙам итеү, айырым биләмәләрҙе төҙөкләндереү, хайуандарҙы һаҡлау, экологик проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге”.
Конкурсанттар араһында формаль сәбәптәр буйынса талаптарға яуап бирмәгәндәр ҙә бар. Улар муниципаль автономиялы йәки бюджет ойошмаларына ҡарай, йә иһә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ғариза биргәндәр.
“Әлеге конкурстың бюджеты ҙур – 164,8 миллион һум, фонд былтырғы конкурстарҙа отторғандан байтаҡҡа күберәк. Проекттарға экспертиза яһауға илдең 38 төбәгенән федераль кимәлдәге эксперттар йәлеп ителә. Төбәк эксперттары менән улар дәғүәселәрҙең ғаризаларына баһа бирәсәк”, – тине фонд етәксеһе.
Фото: bashinform.ru/news
Сығанаҡ: bashinform.ru/news
Читайте нас