25 июндә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәре беренсе форумға йыйыла.
Сарала Башҡортостан ауыл-ҡалалары тарихын, археология ҡомартҡыларын өйрәнеү, шәжәрәне, тыуған яҡты өйрәнеүҙә яңы форма булараҡ башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең, музей-китапханаларҙың роле мәсьәләләрен ҡарау көтөлә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова: “Бындай форумды тәүгә үткәрәбеҙ. Үҙ райондары тураһында мәғлүмәттәр йыйған, һаҡлаған, йылға-күлдәрҙең, тауҙарҙың топонимик атамаларын тергеҙеү буйынса эшләгән, тыуған яғының тарихы буйынса китаптар сығарырға теләгән әүҙем кешеләрҙе саҡырабыҙ”, – тип хәбәр итте.
Форумда ҡатнашырға шулай уҡ ғалимдар, тарихсылар, башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре, журналистар, шул иҫәптән район гәзите хәбәрселәре саҡырыла. Тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәтенә йәштәрҙе лә ылыҡтырырға кәрәк, сөнки тарихты һаҡлау, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү атайсалың тарихын өйрәнеүҙән башлана.
Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, һәр район гәзитендә ауыл, район тарихы тураһында архив документтарына нигеҙләнгән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр баҫырлыҡ рубрика булырға тейеш.