Йәмғиәт
17 Июнь 2021, 17:30

Һөйләшеү йәйге ялға арналды

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында йәйге ялға арналған сираттағы брифинг үтте. Унда ниндәй һорауҙар ҡаралды?

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында йәйге ялға арналған сираттағы брифинг үтте.
БЮТ һәм Башҡортостандың Республикаға идара үҙәге тура эфирҙа ойошторған сарала балалар лагерҙарына юлламалар хаҡын ҡайтарыу, туристик кэшбекты юллау шарттары, төбәк буйлап экскурсиялар, турҙар ойоштороу, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова үҙ сығышында: “1 июндән балалар лагерҙарында тәүге сменалар эш башланы. Бөгөнгө көндә республикала 987 ял учреждениеһы хеҙмәт күрһәтә, 70 меңдән ашыу бала йәйге ял менән тәьмин ителгән. Учреждениеларҙың 519-ы – көндөҙгө, 343-ө – хеҙмәт һәм ял, 62-һе ҡала яны лагеры булараҡ эшләй”, - тине. Тура бәйләнештә Илеш районының "Орленок" лагерында барған смена эшмәкәрлеге менән танышыу ойошторолдо. Мәләүез ҡалаһынан Ирина Дятлова "Мир путешествий" сайты аша балалар лагерына юллама һатып алып, кэшбек юллауы тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Шулай уҡ тура бәйләнештәге һөйләшеүҙә республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова, "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығының бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Елена Шәкирова, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов лагерь начальниктары, вожатыйҙар, ата-әсәләр, балалар ҡатнашты.
Брифингта спикерҙар федераль программаға ярашлы туристик кэшбекты ҡайтарыу, йәйге осорҙа республикабыҙҙың хозур төбәктәренә ойошторолған турҙар, Нөгөш һыуһаҡлағысы, Ҡандракүл, Талҡаҫ кеүек тәбиғәт мөйөштәрендә ял итеү шарттары, этнотуризм маршруттары тураһында ентекле аңлатма бирҙе, ялды хәүефһеҙ үткәреү шарттары, талаптары менән таныштырҙы.
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҡағылышлы һорауҙар бихисап булды, белгестәр уларҙың һәр береһенә аныҡ яуап бирергә тырышты. Был тура бәйләнеш һәм йәйге ялды ойоштороу тураһында гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Фото: скриншот.
Читайте нас