Йәмғиәт
18 Июнь 2021, 04:00

Ни өсөн бөгөн ҡыҙҙарға кейәүгә сығыуы ауыр?

“Ҡыҙ кешегә мотлаҡ кейәүгә сығырға кәрәк, юғиһә кеше нимә уйлар...” тигән ҡарашта тороусылар кәмей бара.

Күптән түгел Рәсәй ҡалаларының береһендә йәш ҡыҙҙар араһында “Ир кеше күпме эш хаҡы алырға тейеш?” тигән социаль һорау алыу үткәрелгән. Күпселек: “Айына 100 мең һум”, тип яуап биргән. Бындай юғары талаптар менән ҡыҙҙарҙың кейәүгә сыға алыуы икеле.
Икенсе яҡтан, ирҙәр ҙә үҙаллыраҡ була бара: ашарға бешерә, йортто йыйыштыра. Айына 100 мең һум алған ирҙәр ҙә аҙ түгел, улар көнкүрештәге эштәрҙе башҡарырға хеҙмәтсе яллай, өйләнергә теләмәй. Хәйер, ҡатын-ҡыҙҙы ла аңларға була: балаларҙы ашатырға, кейендерергә, төрлө түңәрәктәргә түләргә, йорт кәрәк-ярағы алырға торған һайын күберәк аҡса кәрәк шул.
Хәҙерге заманда“Папа Карло” кеүек көнө-төнө эштә булырға тура киләсәк, был осраҡта балалар ата-әсә хәстәрен һәм яратыуын күрмәй үҫәсәк. Тәүҙә үҙеңә аяҡҡа баҫырға кәрәк тип уйлай улар (егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа), ә ғүмер уҙа бара. Эйе, ҙур хеҙмәт хаҡы алып эшләгән, фатирын да, автомобилен дә һатып алырға хәленән килгән ҡыҙҙар ҙа байтаҡ, уларҙың ғаилә тормошона сумырға “ваҡыты” юҡ, декрет отпускаһында булыу карьераны туҡтатасаҡ тип иҫәпләгәндәр ҙә бар.
Ғаилә тормошона традицион ҡараш үткән заманға күсә. “Ҡыҙ кешегә мотлаҡ кейәүгә сығырға кәрәк, юғиһә кеше нимә уйлар...” тигән ҡарашта тороусылар кәмей бара. Әсәһе, апаһы, ҡатын-ҡыҙ туғандарының ғаилә тормошо мәшәҡәттәре менән хеҙмәт урынындағы эше араһында туҡтауһыҙ йүгергеләүен күреп торған ҡыҙҙар ундай тормошта йәшәргә теләмәй.
Фото: womanadvice.ru.
Читайте нас