XXI быуат беҙгә планетаның теләһә ниндәй нөктәһенән тороп аралашыу мөмкинлеге бирҙе. Кешеләр көн, сәғәт һайын интернетта фотоларын ҡуя, фекерҙәрен яҙа, тауыш яҙмаһын тапшыра. Бының кире эҙемтәләре лә юҡмы икән?
Ни өсөн беҙгә үҙ тормошобоҙ тураһында күпселеге аҙ таныш булған йәки осраҡлы ғына “бәйләнештәге дуҫ”ҡа әйләнгән кешеләргә һөйләргә, башҡа яҙмыштарҙы даими күҙәтеп барырға, беҙгә ҡағылышы булмаған ваҡиғаларға, яҙмыштарға көн һайын баһа биреп барырға?
Бындай тормоштоң сәбәптәре нимәлә?
Беҙ артыҡ ҡыҙыҡһыныусан һәм башҡаларҙы күҙәтергә яратабыҙ. Һүҙҙәр йәл түгел, хәбәр һөйләү тоҡлап йөк ташыу түгел бит. Үҙебеҙ тураһында һөйләп, башҡаларҙы көнләштерергә тырышабыҙ. Сальвадор Дали көнләшеүҙе үҙ уңышыңдың термометры тип атаған. Башҡаларға үҙ тормошобоҙҙоң уңышлыраҡ булыуын иҫбатларға ынтылабыҙ. Виртуаль киңлектә генә булһа ла үҙебеҙҙең яңы образды тыуҙырырға тырышабыҙ. Ул ысын образға тура килмәй, ләкин маҡсат – бүтәндәрҙе ышандырыу. Әммә башҡаларҙы үҙ тормошобоҙҙоң “супер” икәнлегенә ышандыра алыу ҙа шәхси көнкүрешебеҙҙе һис үҙгәртергә һәләтле түгел. “Бер кемгә лә бер нәмә тураһында ла тәфсирләп төшөндөрөргә тырышмағыҙ – һәр кеше быны үҙ файҙаһы күҙлегенән аңлаясаҡ”, тигән Аль Пачино. “Үҙең тураһында үҙеңдең нимә уйлауың башҡаларҙың һинең турала нимә уйлауынан мөһимерәк” – быныһын Рим философы Синека әйткән. Ә бит беҙ “Башҡалар нимә уйлар икән?” тип йәшәргә күнеккәнбеҙ. Бүтәндәрҙең кире фекерен белеп ҡалыу ҙа беҙҙең үҙбаһабыҙҙы ныҡ төшөрә.
“Үҙең тураһында яҡшы итеп тә, насар яҡтан да һөйләмә. Тәүге осраҡта дөрөҫлөгөнә шикләнерҙәр, икенсеһендә башҡаларға арттырып һөйләрҙәр”, – тигән бөйөк Ҡытай философы Конфуций. Америка яҙыусыһы Мая Энджолоу әйткәнсә, кешеләр нимә һөйләгәнегеҙҙе тиҙ онота, ә бына аралашҡанда ниндәй тойғолар ҡалдыраһығыҙ – ул турала оҙаҡ иҫтә тотасаҡтар әле. Ә хәҙер үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ әйтемдәрен хәтергә төшөрәйек: “Һөйләүең көмөш булһа, өндәшмәүең – алтын”, “Тартай теленән табыр”, “Телем – дошманым” һәм башҡалар. Тимәк, Интернет аша барыһы хаҡында һөйләп, күрһәтеп барыуҙың насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал - шуны онотмаһаҡ ине.