Әлеге мәлдә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында ҙур янғынды һүндерәләр. Ҡапыл тоҡанған ут дүрт йортто ялмап ала. Гәзит сәхифәһенә ебәрелгән фотоларға күҙ һалғанда, ут ныҡ ҡоторған. Әле бөтөн ауыл халҡы янғынды һүндереүгә йыйылған.
Ауыл советында белдереүҙәренсә, бер сәғәт эсендә дүрт йорт та тулыһынса янған, өс янғын һүндереү техникаһы һәм туғыҙ янғын һүндереүсе ут менән көрәшеүен дауам итә. Уларҙың бурысы - уттың артабан таралыуына юл ҡуймау.
Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына һәләк булыусылар юҡ.
фото: социаль селтәрҙәрҙән алынды.