Бөгөн йәштәребеҙ араһында милли йолаларға таянып, эскелекһеҙ туй үткәреүселәр бихисап. Уларға “Афарин!”дан башҡа ни әйтәһең! Күптән түгел Баймаҡ районында ла халҡыбыҙҙың милли йолаларына нигеҙләнгән туй гөрләп үткән. Был хаҡта беҙгә Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы, гәзитебеҙҙең дуҫы Райхана Булатова хәбәр итте.
“Баймаҡ районының Һәмән ауылында Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙы Нәркәс Туйсина һәм Һәмән ауылы егете Зиннур Исҡужиндарҙың туйы башҡорт йолаһы буйынса үтте. Башҡорт кейемдәре кейеп, ҡымыҙ менән ҡаршы алыу, килен төшөрөү, килен һандығы асыу, киленгә һыу юлы күрһәтеү, килен һөйөү, еңгәй бүләге биреү, йыуаса, түшелдерек һатыу кеүек йолалар барыһына ла оҡшаны.
Туй барышында йәштәребеҙҙең аҡыллы, белемле, талантлы булыуына һоҡландым. Нәркәс килендең әхирәттәре “Ете ҡыҙ”, “Бөрйән ҡыҙҙары” кеүек бейеүҙәрҙе башҡарҙы, уларға яуап итеп, Зиннурҙың дуҫтары ла күмәк бейеү тәҡдим итте.
Үҙебеҙсә, саф башҡортса үткәрелгән туйҙарға етәме һуң инде! Башҡорт йолаларын Әлифә апай Әминева, Гүзәл апай Танһыҡҡужина, Суфия апай Әсәновалар менән бергә үткәрҙек. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Йәштәр бәхетле булһын!” – тигән изге теләктәрен еткерҙе Райхана Эдуард ҡыҙы.
Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар Билал ауылында китапханасы булып эшләп, халыҡҡа аң-белем таратҡан, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, милли йолаларыбыҙға һөйөү тәрбиәләгән Райхана Булатованың саф башҡорт йолаларына таянып туйҙар үткәреү йәһәтенән тәжрибәһе ҙур ғына. Мәҫәлән, үҙенең улы Илдар менән килене Айгөлдөң, былтыр Билал ауылы ҡыҙы Нәсимә Ғайсинаның туйын ағинәйҙәр менән берлектә башҡорт йолаларына нигеҙләнеп гөрләтеп үткәргәндәр.
Фото: https://vk.com/n.tuysina
Видео: “Инстаграм” селтәренән.