Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрын (ЕГРН) кәрәкле мәғлүмәттәр менән тултырыу эше барышын тикшерҙеләр. Доклад менән “Росреестр” идаралығы етәксеһе Павел Клец сығыш яһаны.
Былтыр был сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы төҙөлгән, ул үҙенең эсенә туғыҙ проектты ала. Юл картаһының маҡсаты ҙур: төбәктең инвестиция, иҡтисади һәм социаль өлкәһенә ыңғай йоғонто, инвестиция һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырған саҡта милекселәр хоҡуҡтарын яҡлау, мөлкәт һалымы һәм йыйылмалар буйынса консолидациялы бюджетты булдырыу.
– Саралар күп. Беҙгә ЕГРН-дағы мәғлүмәттәр тулылығын һәм сифатын тәьмин итергә кәрәк. Шул иҫәптән республиканың сиктәре, администартив-территориаль берекмәләр һәм территориаль зоналар буйынса ла. Шулай уҡ быға тиклем иҫәпләнгән объекттарға хоҡуҡтары булған кешеләрҙе асыҡлау, комплекслы кадастр эше көтә, – тине ул. – Күп эштәрҙе муниципалитеттар менән бергә алып барабыҙ. 2020 йылдың ноябренән алып 2021 июненә тиклем 2077 участкаға милек хоҡуғы йәки ҡуртым теркәнек.
"Росреестр" идаралығы шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа хужаһыҙ биналарҙы ла асыҡлай. Быйылғы йылдың май-июнь айында ошондай 2620 бинаға милек хоҡуғы теркәлгән. Был милекселәр хоҡуҡтарын яҡлау өсөн кәрәк.
Радий Хәбиров профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға, шулай уҡ муниципалитеттарға "Росреестр" идаралығы менән эшмәкәрлекте көсәйтергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.