Йәмғиәт
21 Июнь 2021, 10:00

Яңы дәүләт комитетында – яңы етәксе

Яна Гайдук Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡара.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Яна Гайдук Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Яна Александровна Гайдук 1982 йылдың 13 ғинуарында Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт сервис институтын, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты магистратураһын, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы аспирантураһын тамамлаған, сәйәсәт фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығында төп белгес булып башлай. Төрлө йылдарҙа Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығында баш белгес, төп кәңәшсе, республика Президенты Хаикиәтендәге Эске сәйәсәт идаралығында төп, аҙаҡ баш консультант, Башҡортостан Президенты Секретариатында баш белгес, республика Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығында кәңәшсе була. 2019 – 2021 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142876.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас