Йәмғиәт
22 Июнь 2021, 13:30

Антон Талаловты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Бөрө районы хакимиәте башлығы ғүмер байрамын билдәләй.

Бөгөн Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талаловтың тыуған көнө! Ошо уңайҙан беҙ, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре, Антон Владимировичты ҡайнар ҡотлайбыҙ! Эшендә уңыштар теләйбеҙ! Шуныһы, район етәкселеге бөтә тармаҡҡа ла иғтибарҙы көслө бүлә, шул иҫәптән, спорт өлкәһенә лә.
"Бәйләнештә” селтәрендә Антон Талаловтың ҡыҙыҡлы яҙмаһы менән таныштыҡ.
– Уҡтан атыу буйынса спорт мәктәбе 1957 йылда барлыҡҡа килгән, тәүҙә уҡтан атыусылар күнекмә үткән, – тигән Антон Владимирович. – Спорттың ошо төрө буйынса махсуслашҡан мәктәп булараҡ, ул Башҡортостанда алдынғыларҙан һанала. 2019 йылда бында гир күтәреү йүнәлешендә бүлек асылған. Бөгөн белем усағында 300-ҙән ашыу спортсы шөғөлләнә, шул иҫәптән, биш спорт мастеры, 21 спорт мастерлығына кандидат. Мәктәптә шөғөлләнеүсе ҡыҙ һәм егеттәр Башҡортостандың йыйылма командаһына ингән. Бында туғыҙ тренер эшләй, шуның бишәүһе юғары категорияға эйә.
Фото: Антон Талалов.
Читайте нас