Йәмғиәт
22 Июнь 2021, 12:45

Ауылда - яңы асфальт!

Был эштә Суйынсы ауылы халҡына "Атайсал" проекты һәм урындағы эшҡыуар ярҙам иткән.

Дәүләкән районының Суйынсы ауылында Шоссе һәм Туҡай урамдарын асфальтлау тамамланған. Эштәрҙе урындағы эшҡыуар Ғаяз Ғабдрахманов “Атайсал” проекты сиктәрендә башҡарған. Хаҡы – биш миллион һум самаһы. Суйынсы ауылы халҡы ремонтланған урамдарға, ә иң нығы яҡташының иғтибарына ҡыуана. Ауыл ветерандары ойошмаһы рәйесе Розалия Ғәлиева белдереүенсә, был ауыл өсөн бик мөһим ваҡиға, Ғаяз Баязит улына рәхмәт һүҙҙәрен һәр кем әйтә.
Ул ошо ерҙә тыуып үҫкән, күп йылдар ауыл хужалығы тармағында эшләгән һәм ауылдың нимә менән йәшәүен яҡшы белә. Һәм ауылдаштарға ошондай иғтибар бик ҡиммәт.
Ғ.Б. Ғабдрахмановтың крәҫтиән фермер хужалығы – райондың иң уңышлы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Улар әллә нисә йыл рәттән алдынғы урындар яулай, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Хужалыҡ етәксеһе киң ҡарашлы һәм маҡсатлы булыуы менән айырыла: тупланған тәжрибәһен иҫәптә тотоп, ул алдынғы алымдар һәм технологияларҙы ла әүҙем файҙалана. Хужалыҡта юғары һөҙөмтәле ауыл хужалығы етештереүе көйләнгән. Шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә – ябай эшселәр. Хужалыҡ даими рәүештә төрлө конкурс һәм программаларҙа, айырыуса урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында әүҙем ҡатнашалар. Коллективта алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе премиялап ҡына ҡалмайҙар, шифаханаларға ял итергә лә ебәрәләр, башҡорт сәхнәһе йондоҙҙары ҡатнашлығында концерттар ойошторолар.
Ауылдаштарға ярҙамдың яңы этабы – Суйынсы ауылы юлдарына асфальт йәйеү. Ғаяз Баязит улы белдереүенсә, ул электән ошоноң ише проект планлаштырған, тик Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булдырған “Атайсал” проекты ярҙамында идея тормошҡа ашҡан.
Читайте нас