Йәмғиәт
22 Июнь 2021, 14:30

Эштәре юғары баһаланды

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ институтын үҫтереү буйынса Советтың ултырышы уҙҙы.

Бөгөн Колонналар залында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ институтын үҫтереү буйынса Советтың ултырышы уҙҙы.
Мөһим сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Радий Фәрит улы 2020 йылдың ауыр үтеүенә, шулай уҡ 2021 йылдың еңел булмаясағына баҫым яһаны. Коронавирус пандемияһы менән бәйле республикабыҙҙа бөтә төр һаҡланыу саралары күрелеүен, санитар-эпидемиология талаптарының үтәлеүен, халыҡ араһында аңлатыу эштәренең алып барылыуын әйтте.
– Быйыл көҙ тотош илебеҙ буйынса Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буласаҡ, – тине республика етәксеһе. – Һайлауҙың ойошҡан үтеүенә ышанам. 2021 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы ла уҙасаҡ.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ институтын үҫтереү буйынса Совет рәйесе Владимир Барабаш башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров Советтың әүҙем, көслө һәм ойошҡан булыуын һыҙыҡ өҫтөнә
Автор фотоһы.
Читайте нас