Йәмғиәт
22 Июнь 2021, 15:00

Планлаштырғанды башҡарасаҡбыҙ!

"Мин Башҡортостан кешеләренең үҙ фатирҙарынан таҙа, ремонтланған подъездарға, аҙаҡ уңайлы ихаталарына сығыуын теләйем. Унан һуң ғаиләләре менән матур парктарҙа йөрөһөндәр", - тип яҙа Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яңы пост ҡалдырҙы. Ул төҙөкләндереү темаһына ҡағыла.
“Беҙ төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, подъездарҙы комплекслы ремонтлау, “Башҡортостан ихаталары”, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаларын тормошҡа ашырабыҙ. Коронавирус арҡаһында беҙгә эштәр күләмен кәметергә тура килде, әммә беренсе һөҙөмтәләр ҙә бар.
Ике йыл эсендә республикала 6181 подъезды тәртипкә килтерҙеләр. Быйыл 48 йортта 120 подъезд ремонтланды. Эштәр 64 йорттоң 184 подъезында дауам итә. 2021 йылда Өфө, Бәләбәй һәм Баймаҡ райондарында 112 күп фатирлы йортта 306 подъезды ремонтлаясаҡбыҙ.
Был программаларҙы тормошҡа ашырған саҡта беҙ урындағы етештереүселәр тауарын файҙаланырға тырышабыҙ. Шулай ишектәрҙең һәм тәҙрәләрҙең 95 проценты, почта йәшниктәренең 70 проценты беҙҙең республикала эшләнгән.
Мин Башҡортостан кешеләренең үҙ фатирҙарынан таҙа, ремонтланған подъездарға, аҙаҡ уңайлы ихаталарына сығыуын теләйем. Унан һуң ғаиләләре менән матур парктарҙа йөрөһөндәр. Яйлап, планлаштырған эштәрҙең барыһын да башҡарасаҡбыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас