Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ултырышында Радий Хәбиров республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына авгусҡа тиклем күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы ресурстар менән тәьмин итеү системаһын реформалау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы ике йылытыу миҙгелендә республика етәкселегенә, Хөкүмәткә ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың йылылыҡҡа хаҡты кинәт арттырыуына бәйле халыҡтан мөрәжәғәттәр бик күп килде. Контроль һәм күҙәтеү органдары ҡатнашлығындағы кәңәшмәләр һөҙөмтәһе буйынса нигеҙһеҙ түләтелгән аҡсаны кире ҡайтарырға ҡарар ителде.
Кеше хоҡуҡтары советы рәйесе урынбаҫары Вадим Беляков әйтеүенсә, йылылыҡҡа хаҡтың артыуы төбәктә бер нисә йыл дауамында йыйылып киткән проблемаларға бәйле.
– Бөгөн халыҡ коммуналь хеҙмәт өсөн түләгән аҡсаның байтаҡ өлөшө идарасы компанияларҙың күп йыллыҡ бурысын ҡаплауға китә, – тине ул.
Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк республикала коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың иҡтисади яҡтан нигеҙлелеген, уларҙың үҫеш темпының инфляция кимәленән түбәнерәк булыуын билдәләне.
– Идарасы компанияларға бәйле хәл ярайһы уҡ ҡатмарлы, айырыуса Өфөлә, – тине Радий Хәбиров. – Республика халҡын энергия ресурстары менән сифатлы тәьмин итеү өсөн системалы ҡарарҙар кәрәк. Йылытыу миҙгеле башланғанса был мәсьәләне хәл итеү өсөн августа Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы менән Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты башланғыстарын ҡарарбыҙ. Тәҡдим ителгән сараларға объектив баһа биреү өсөн фекер алышыуға кеше хоҡуҡтары буйынса совет вәкилдәрен дә мотлаҡ саҡырырбыҙ.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142994.html