Яр буйы ҡала халҡының күптән инде яратҡан ял итеү урынына әүерелгән. Шуға күрә төҙөкләндереү эштәре дауам итеүгә ҡарамаҫтан, бында көн һайын йөҙҙәрсә кеше йыйыла. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проекты нигеҙендә башҡарыла.
Ошо көндәрҙә пляжды, йәйәүлеләр зонаһын йыһазландырыуға, һыу инә торған ерҙә ярҙы нығытыуға тотондолар. Тиҙҙән пляж өсөн ятаҡтар, бизнес һәм һаҡ өсөн киоскылар, спорт тренажерҙары килтереләсәк. Объект етәкселектең махсус контроленә алынған. Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов объектҡа даими килә.