Йәмғиәт
23 Июнь 2021, 13:00

Ил төкөрһә – күл була

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы ҙур янғын тураһында яҙғайныҡ. Янғындың сәбәптәре әлегә билдәһеҙ, тикшереү бара. Фажиғәнән һуң Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Маннаповҡа мөрәжәғәт иттек.

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы ҙур янғын тураһында яҙғайныҡ. Янғындың сәбәптәре әлегә билдәһеҙ, тикшереү бара. Фажиғәнән һуң Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Маннаповҡа мөрәжәғәт иттек.

- Әлегә янғындың сәбәптәре асыҡлана. Көндөң елле булыуы һәм өйҙәрҙең бер-береһенә яҡын ултырыуы арҡаһында ут тиҙ таралды. Үкенескә күрә, 3 хужалыҡ зыян күрҙе. Халыҡтың әүҙемлеге һәм ярҙамы менән янғындың артабан таралыуына юл ҡуймай, эргәләге өйҙәрҙе һаҡлап ҡала алдыҡ.
Барығыҙҙы ла был йәһәттән уяу һәм иғтибарлы булырға, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡырам. Бәләкәс балаларығыҙҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ, мейесте яғылған, электр приборҙарын розеткаға ҡуйылған килеш ҡалдырып китмәгеҙ. Ватылған йәки етешһеҙлектәре булған электр сымдары, розеткалар менән ҡулланмағыҙ, ваҡытында тикшереп тороғоҙ. Шулай уҡ йорт-ҡаралты төҙөгәндә өйҙәрҙең бер-береһенән алыҫлығына һәм төҙөлөш материалдарына ла иғтибарлы булыуығыҙҙы һорайым, - ти Ғәзиз Маннапов.

Ысынлап та, янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк икәнен иҫебеҙҙә тотайыҡ.
Янғынды һүндереүҙә ярҙам иткән барлыҡ ауыл халҡына, райондың 73-сө янғын һүндереү бүлеге, “Алағуян” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә һәм ауыл биләмәһе башлыҡтарына рәхмәтен белдерә район хакимиәте башлығы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янған өйҙәрҙе төҙөкләндереү мөмкин түгел. Ҡаҙа күргәндәргә ярҙам итеү мөмкинлеге бар.
Ярҙам күрһәтеү өсөн карта номерҙары һәм ошо уҡ картаға бәйле телефон номерҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Кулдавлетова Файруза Зекреевна 8937-333-22-82
Карта Сбербанк 639002069081067728

Мухамедьянов Иштуган Рысьянович 8927-329-01-75

Газин Самат Райманович 8937-346-79-06
Карта Уралсиб 2200 1902 5513 9716

Газина Айгуль Ильдаровна 8937-346-73-56
Карта Сбербанк 2202202558899633

Шулай уҡ кейем-һалым, һауыт-һаба, түшәк кәрәк-яраҡтары һәм көнкүреш тауарҙары менән ярҙам күрһәтә алаһығыҙ!
фото: Бөрйән районы хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас